Байыш мәҙәниәт йортонда “Донъя – яйы менән, ҡоймаҡ – майы менән” тип исемләнгән Ҡоймаҡ байрамы булып үтте.
Нәҡ февраль-март айҙарында һыйырҙар быҙаулап, өй һайын ыуыҙ ҡоймаҡтары ҡойола. “Һыйырым түлле булһын, өҫтәлем һыйлы булһын”, тигән ниәт менән күрше-күләнде ыуыҙ ҡоймағы менән һыйлау беҙҙә матур йолаға әйләнгән. Бөгөнгө байрамыбыҙҙа ауылыбыҙҙың уңған хужабикәләре тарафынан ниндәй генә ҡоймаҡтар ҡойолмағайны… Сөсөһө, әсеһе, ҡалыны, йоҡағы, төҫлөһө, селтәрлекәйе, маныйҙыҡы, тарыныҡы, ыуыҙ ҡоймағы – һанап бөткөһеҙ.
Ҡорбан, Ураҙа байрамдары, Ҡөрьән аштары — береһе лә ҡоймаҡһыҙ үтмәй башҡорттарҙа. Еңел әҙерләнеүе, хуш еҫе, ябай ҙа, туҡлыҡлы ла булыуы менән был ризыҡ үҙенә тартып тора. Шуға күрә, байрам өҫтәлдәренә лә, көндәлек тормошта ла йыш ҡойола ҡоймаҡ.
Байрам һуңында күмәкләшеп тәмле ҡоймаҡтар менән сәй ҙә эстек.