#БиблиотҽкиЗианчуры
#Ейәнсуракитапханалары
#Яңыбаевскаясельскаябиблиотека
#ЧаепитиеПожилыхЛюдей
#Поздравление
#МеждународныйДеньПожилыхЛюдей,

Алтын көҙҙөң иң матур мәле, календарь битендә 1 октябрь көнө, халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Хөрмәтле беҙҙең апайҙар һәм ағайҙар, инәйҙәрҙәр һәм олатайҙар барығыҙ ҙа ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!!
Һеҙ – донъя тотҡаһы һәм ауылдың йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк- таяныс булып, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын Һеҙгә!

Байрам көнө уңайынан Яңыбай ауылының “Ихлас” мәсетендә “Хөрмәтләйбеҙ һеҙҙе – Ололар!” исемле байрам сараһы ойошторолдо. Сараны тантаналы асып, ауыл биләмәһе башлығы Хужахмәтов Фәһим Булат улы (алдан ойоштороп) ололарға ҡатлау теләктәре әйтеп башлап ебәрҙе. Шулай уҡ был сараға район үҙәгенән, биләмәнең кураторы Ханнанов Йәдкәр Зөфәр улы ла килеп, изге теләктәрҙән торған ҡотлау һүҙҙәре әйтте.
Был сара өсөн ауылдың ҡатын – ҡыҙҙар советы ағзалары Хужахмәтова Рәүилә, Байрамғолова Зөһрә бик тәмле былау бешерҙеләр. Ә китапханасы, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре тәмле күстәнәстәр бешереп, барыһы бергә табын әҙерләп ололарҙы хөрмәт иттеләр. Байрамға ололар үҙҙәре лә күстәнестәр алып килеп ихлас ҡушылып, күрешеп, бер- береһен байрам менән ҡотлашып, күңелле аралашыу сәбәбе булдырҙылар. Байрамды йомғаҡлап китапханасы ололарҙы тағы ла ҡотлап: ныҡлы һаулыҡлы оҙон ғүмер, балалар ҡыуанысы, ейән- ейәнсәрҙәр иғтибары, ауылдаштар ихтирамы, йән тыныслы, күңел көрлөгө теләне. Һәр ваҡыт ошолай әүҙемлелекте ташламай, сәләмәт тормошта актив йәшәргә саҡырҙы.
Күңелле аралашыуҙан торған байрам тәмле сәй табыны артында бер ни тиклем дауам итте.

От admin