#БиблиотҽкиЗианчуры
#Ейәнсуракитапханалары
#Яңыбаевскаясельскаябиблиотека
#ПраздникУраҙаБайрамы
#ДетиЦветыЖизни
#ИсламДинеЙолалары
#Әйенселәү
Аллаға шөкөр, ураҙа бөтөп, изге Ғәйет намаҙы көнө лә етте. Был оло байрам тантанаһы бөтә ерҙә лә асыҡ һиҙелеп, күренеп тора. Хатта бөгөн байрам икәнен тәбиғәт тә белә кеүек, күктә ҡаяш йылмайып, иртәнге йылы нурҙарын һибә…
Ә, иң мөһиме, был изге байрамды кескенә балалар күңеленә һалып, был көн барса мосолман булған кеше өсөн оло байрамдырҙың береһе – Ураҙа Байрамы икәнен белеп үҫә. Ғәйет намаҙы ваҡыты тамамланыу менән Ярғайыш ауылы балалары әйенселәп (байрамсылап) барса кешене ҡотлап, байрам тантанаһы булдырып йөрөнөләр. Ә беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, һәр бер йорт, балаларҙың ихлас ҡотлауҙарына ҡушылып, тәмле- татлы күстәнәстәр менән һыйлап, һәр береһенә изге теләктәребеҙҙе теләп, уларға яуап бирҙек.
Балалар тормош биҙәге, йәшәйештең киләсәге. Киләсәктә лә ауылыбыҙҙа балаларҙың шат тауышы тынмаһын, йөҙҙәренән йылмайыу китмәһен. Һәр бала дөрөҫ тәрбиә алып, бәхетле, тулы ғаиләлә үҫһен. Донъялар тынысланып китһен. Иншалла.
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!