#БиблиотекиЗианчуры
#ЕйәнсураКитапханалары
#ЯныбаевскаяСельскаяБиблиотека
#ПатриотическийЧас
#БатырҙарДаныМәңгелек
#ОткрытиеГода
#ГодЗащитникаОтечества2025
#Еңеүгә80йыл
Яңыбай ауыл китапханаһында “Батырҙар даны мәңгелек” исемле патриотик сәғәт ойошторолдо.
Быйылғы 2025 йылда илебеҙҙә ҙур дата Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнелә. Был темала ил буйынса төрлө мәҙәни саралар, концерттар, митингылар, марафон, флешмобтар һәм башҡа төрлө саралар үткәреләсәк. Яңыбай ауылы китапханаһы ла йыл буйына эшләр өсөн: тарихи, патриотик, китапхана сәғәттәре, экскурсиялар, әҙәби сәғәттәргә план алды.
Бөгөн, 20 ғинуар Яңыбай ауыл китапханаһында 8 класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Ҡансурина Миңзәлиә Фәхретдин ҡыҙы) “Батырҙар даны мәңгелек” исемле патриотик сәғәт ойошторолдо. Сара 2025 йыл Рәсәйҙә В.В. Путин указына ярашлы, “Ватанды һаҡлаусылар йылы” булыуға арналып үтте. Башта китапханасы йылдың указы менән таныштыҙы. Уның маҡсатын аңлатты. Илебеҙҙә ҙур тарих тотҡан “1941-1945 йылдар Бөйөк Ватан һуғышы” осоро тураһында дөйөм аңлатма индерелеп һөйләнелде. Артабан тематик китаптар, тематик альбомдар менән таныштырыу булды. “Они вернулись с Победой”, “Память Башкортостана” китаптарынан ҡартай – олатайҙарының, ҡарт- ҡарталарының исемлектәрен табып, һәр бала ишетеп белгәндәренсә уларҙың батырлыҡтыран иҫкә төшөрөп һөйләп үттеләр. Артабан китапханасы “Яҡташ геройҙар” тематик папка менән таныштырып, Ейәнсура районының Советтар Союзы Геройҙары исемлегенә ингән 6 батыр исемлеге: Ҡәйүм Әхмәтшин, Бедренко Н.В., Корнеев И.И., Рутчин А.И., Филатов Г.И., Хәйбуллин К. К. менән таныштырҙы. Ҡыҫҡаса батырлыҡтары менән таныштырылды. Шунда уҡ китапханасы “Онотманы халҡым улдарын”, “Тыл ветерандары” тематик папкаларын тәҡдим итте. Дәрес барышында, бигерәк тә уҡыусыларға “Балаларға һуғыш тураһында” китабы бик оҡшаны. Китап бик ябай итеп яҙып аңлатыла. Бында ХХ быуатттың оло фажиғәһенә әүерелгән Бөйөк Ватан һуғышындағы халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләнелә. Балаларға Башҡортостандың һуғыш осорондағы фашистик Германияны еңеүгә индергән тос өлөлшөн күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Шулай уҡ З.Ҡотлогильдинаның “Һуғыш балалары һөйләй”, “Һуғыш балалары – тарих яралары” һәм башҡа китаптар менән таныштырыу ҙа йәш үҫмерҙәр күңелендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Китапханасы уҡыусылар менән әңгәмә булдырып һәр китапты ентекле ҡарап сыҡтылар. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙар биреп, уларға яуаптар алып, яңы мәғлүмәтле булдылар.
Китапхана сәғәте: беҙҙең яҡты киләсәк өсөн, илебеҙҙең тыныс тормошон булдырыуға күп көс һалған, хатта ғүмерҙәрен биргән батырҙарыбыҙға оло хөрмәт хисен булдырып, бик бай эстәлекле, яңы мәғлүмәттәр алып, тәрбиәүи маҡсатта үтте. Һәр береһенең “Батыр исеменә” лайыҡ булып еңеү яулаған ҡарталары, олаталары, ҡарт- ҡарталары, туғандары булыуын белгән уҡыусылар күңелдәрендә ғорурлыҡ тойғоһо менән таралышты.