Кисә Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортонда Яңыбай, Ҡаҙанболаҡ, Үтәғол ауыл биләмәләренең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылары һәм һәүәҫкәр артистары ҡатнашлығында әҙерләнгән “Бер күрешеү – бер ғүмер” исемле бик бай эстәлекле, бай программа менән тупланған хәйриә концерты ҡуйылды. Был концерт, беренсенән, әлеге ваҡытта МХО- ла ҡатнашҡан, яҡташ ир – егеттәребеҙгә ярҙам маҡсатында ҡуйылһа, икенсенән, Рәсәй президентының указы менән сығарылған, ” 2025 йыл Ватанды һаҡлаусылар йылы” тип аталыуы менән, Бөйөк Ватан һуғышының 80 йыллыҡ юбилейына арналған Йыл асышы ла булып ойошторолдо.
Бында тамашасылар патриотик һәм лирик йырҙар, бейеүҙәр, тематик шиғырҙар тыңлап, рәхәтләнеп ял итте. Һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты, аҙаҡ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был саранан ситтә ҡалмаған ҡатнашыусыларҙа тик бер теләк – “ярҙамға йыйылған аҡсалар тейешле урын – еренә барып етһен. Егеттәребеҙ беҙҙең ярҙамды алып, күңел йылыһын тойоп, рух ныҡлығын һүрелтмәһендәр. Ә, иң мөһиме, ил өҫтөнә килгән афәт – һуғыш бөтөп, яугир һалдаттарыбыҙ тыуған яҡтарына, ҡәҙерле ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар, Алла бирһә”.