#БиблиотекиЗианчуры
#Ейәнсуракитапханалары
#Яныбаевскаясельскаябиблиотека
#КлубПоИнтересам
#КлубЖенщинЕтегән
#ПразничноеЧаепитие
#ЯҙМиҙгелеГүзәлЗаттанБашлана
7 март Яңыбай ауыл китапханаһында “Етегән” Ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбле менән байрамға арналған “Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана” исемле сара ойошторолдо. Был кистә ҡыҙҙар 8 март байрамына арналған китап күргәҙмәһе менән танышты. Төрлө уйындарҙа ҡатнашты, ҡатын-ҡыҙ өсөн бик тә яҡын булған, башҡорт халҡының милли биҙәүестәре менән танышып, улар тураһында фекер алышты. Биҙәүестәр хаҡында кәрәкле мәғлүмәт алды. Байрам уңайынан бер береһенә ҡотлау һүҙҙәре аша бүләктәр биреште. Артабан сараның икенсе өлөшөндә, осрашыу, ифтар ашында дауам ителде. Бында инде тәмле – татлы күстәнәстәр менән сәйҙәр эсеп, йылы мөнәсәбәттә, ислам дине, ураҙа тотоу тәртиптәре тураһында фәһемле һөйләшеүҙәр менән бер ни тиклеп дауам итте.
Изге Рамаҙан айында күберәк изге ғәмәлдәр ҡылып, бер берегеҙгә иғтибарлы булып, теләк – доғаларҙа булырға насип булһын. Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын. Амин!