Кисә, йәнә “Бер күрешеү – бер ғүмер” исемле хәйриә концертында ҡатнашып Яңыбай, Ҡаҙанболаҡ һәм Үтәғол ауыл биләмәләренең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылары һәм һәүәҫкәр артистары, бик матур коллектив булып тупланып, патриотик рух менән әҙерләнгән, бик матур эстәлекле, бай программалы концертыбыҙҙы Абзан ауылына ла алып барып, ҡуйып ҡайттырға насип булды. Был концертҡа барыу өсөн автобус бүлгән район администрацияһына, район мәҙәниәт йорто директорына, Иҙелбаҡ мәктәбе директорына, өс ауыл биләмәһенең дә башлыҡтарына ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ ихлас йөҙ, ҡайнар сәй менән ҡаршы алыусы Абзан мәҙәниәт йорто кураторына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ә, зал тултырып килгән Абзан, Юлдаш ауылы халҡына, уларҙың, был кистә ваҡыттарын бүлеп килеп, һәр сығышыбыҙҙы көслө алҡыштарға күмеп, ихлас ҡарап ултырыуҙарына айырым Ҙур рәхмәт. Был кистә матур итеп йөрөтөп, алып барып, алып ҡайтҡан Ҡужанаҡ мәктәбе автобусы водителенә лә тик рәхмәт һүҙҙәребеҙ генә.
Беҙҙең концерттан йыйылған ярҙамыбыҙ, МХО – ла йөрөгән яҡташ егеттәребеҙгә барып етһен. Тиҙерәк ил өҫтөнә килгән афәт-һуғыш бөтөп, илебеҙ тынысланып китһен, егеттәр тыуған яҡтарына, ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Ниндәй генә хәлдә лә бер беребеҙҙҙе ҡеүәтләп, аңлап, ярҙам ҡулы һуҙышып торорға әҙер тороусы райондаштарыма афарин тиеп кенә әйтәм.
Һәр ваҡыт шулай бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, ауырлыҡтарҙы бергә еңәйек. Амин!