Тормошта иң мөһиме һәм ҡиммәтлеһе – ул ғаилә. Тәүгеһе һиңә яҡты донъя бүләк итеп, иғтибары, һөйөүе менән сорнап алһа, икенсеһен үҙең ҡороп, уның өсөн яуаплылыҡ алаһың. Һәр ғаилә үҙенсәлекле. Илебеҙ башлығы ғаилә ҡиммәттәрен тағы ла арттырыу, уларға күберәк иғтибар бүлеү маҡсатында 2024 йылды “Ғаилә йылы” тип иғлан иткәнен барыбыҙҙа беләбеҙ.
Беҙҙең районда ла маҡтауға лайыҡ татыу, ижади, хеҙмәт яратҡан ғаиләләр бик күп. Шул уңайҙан Ейәнсура районы хәкимиәте хуплауы менән конкурс иғлан ителеп, ауыл биләмәләре араһында 2024 йыл Ғаилә йылына арналған, “Ғаилә таланттары балҡышы” (“Радуга семейных талантов”) район смотр – конкурсы ойошторолдо. Йыл буйына бик матур концерттар, ғаилә йолалары һәр уыл клубтарында сәхнә түрен йәмләне. Ә, кисә 28 ноябрь Район мәҙәниәт йортонда “Ғаилә таланттары балҡышы” район фестивале конкурсын йомғаҡлап, гала-концерты үтте. Беҙҙең Яңыбай биләмәһе ауылдары Яныбайҙан: Ҡансурина Венера (сольный), Мәүлитова Гөлшат, Бармакова Миңзиә, Хөсәйенова Миңзәлә (трио), Фуат һәм Хәйҙәр Ҡужәхмәтовтар ғаилә дуэты (гармунда), Ҡужанаҡ ауылынан Тоҡомбәтова Фәниә (шиғыр) үҙҙәренәң бик матур сығыштары менән концертта ҡатнаштылар.
Шулай уҡ, был сарала үҙҙәренәң ғаилә кәсептәрен сағылдырып: Ҡәҙербәкова Әлиә “Һыйлы көнөң һыйырҙа”, оҫта ҡулдар Ҡәҙербәкова Ғилминур “Серле кейеҙ”, Фуат Ҡужахмәтов “Ҡумыҙҙарҙа халҡым моңдары”, Нурвил Мортазин “Шәжәрәңде онотма, тамырыңды ҡоротма” исемле күргәҙмәләрен район халҡына тәҡдим иттеләр. Әлбиттә, йомғаҡлау булғас, башҡарылған эштең һөҙөмтәһе лә билдәләнелә. Сараны йомғаҡлап, иң тулҡынландырғыс мәл булдырып, Район хакимиәте башлығы Юланов Дәмин Марат улына дипламдар тапшырыу хоҡуғы бирелде һәм Яңыбай ауыл биләмәһе Гран -При дипломы һәм 10000 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булдыҡ. Был саранан ситтә ҡалмай ҡатнашҡандарҙың барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!!
Р.S.:Был урынға сығыуға ауыл биләмәһенең етәксеһе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасыһының тынғыһыҙ хеҙмәте, ә ауыл халҡының, ошо сарала һүҙебеҙҙе йыҡмай килеп ҡатнашыуҙары, үҙ таланттарын йәшермәйсә күрһәтә белеүеҙәре тырышлығы ята. Артабан да шулай гел берҙәм булып, татыу булып, иҫәнлектә – һаулыҡта, тағы ла юғарыраҡ уңыштарға лайыҡ булырға насип булһын.