#БиблиотекиЗианчуры
#Ейәнсуракитапханалары
#Яныбаевскаясельскаябиблиотека
#ВетераныВойны
#80летиеПобеды
#ЮбилейнаяДатаПобеды
#ПамятьНарода
Октябрь айынан алып Яңыбай ауыл китапханаһында китапханасы, Еңеүҙең 80 йыллығына арналып башҡарылған “Бер кем дә, бер ҡасан да онотолмай” исемле ҙур проект өҫтөндә эш алып бара. Яңыбай, Ярғаиш, әлеге көндә бөткән ауыл Рус Бармағы ауылдарының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙарыбыҙ исемлектәрен (яуҙан еңеү менән ҡайтҡан, яу яландарында ятып ҡалған, хәбәрһеҙ юғалған һәм башҡа) исемлектәрен “Памят народа” сайтына кертеүгә үҙ өлөшөн бирә.
Ошо көндәрҙә ауыл биләмәһең яугирҙәре тураһында тағы ла өҫтәлмә мәғлүмәт табылды. 1974 йылда ветерандарҙың үҙҙәре һөйләүе буйынса яҙҙып алынып ҡалған ҡыҫҡаса “Яу юлдары”. Был тупланып барған материал өсөн бик мөһим өҫтәлмә мәғлүмәт! Бының өсөн оҙаҡ йылдар почта элемтәһе начальнигы булып, әлеге көндә хаҡлы ялда булыусы Хөсәйенова Сәйҙә Әмирхан ҡыҙына сикһеҙ рәхмәт!!
Тағы ла бер тапҡыр ИҪКӘРТЕП үтәбеҙ!!!!
Әгәр ҙә берәй кемегеҙҙә олаталарығыҙ, ҡарталарығыҙ, ҡарт ҡартайҙарығыҙ тураһында бығаса бер ҡайҙала яҙылмаған мәғлүмәттәрегеҙ бар икән, Яңыбай ауылы китапханаһына алып килеп тапшыра алаһығыҙ.
Бөйөк Еңеүгә өлгәшеп ҡатнашҡан ветерандарыбыҙҙың яу яландарын үтеү тарихын тулыраҡ мәғлүмәт менән ебәрәйектәр дуҫтар!
Бер кемдә, бер ҡасан да онотолмаһын!!!!