#БиблиотекаЗианчуры #ДебетШәл_БашкирскаяПуховаяШаль
#ФестивальКонкурс.
22 ноябрь көнө, Район мәҙәниәт йортонда әсәйҙәр көнөнә арналған “Дебет шәл-башкирская пуховая шаль ” республика фестиваль -конкурсы үтте. Был сарала республиканың төрлө: Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла, Мәләүез, Стәрлебаш райондарынан йыйналған шәлселселәр араһында шәл бәйләүгә “Иң оҫта”лары асыҡланды.
Беҙ, Яңыбай ауыл биләмәһе оҫтабикәләренең, кәзә дебетенән бәйләнгән Иң матур шәлдәре һәм башҡа төрлө бәйләнгән ҡул эштәрен алып барҙыҡ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасыһы ” Шәлдәрҙә күңелем биҙәктәре” исемле күргәҙмә булдырып, район баһалама ағзаларына тәҡдим иттек.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Яңыбай ауыл биләмәһенән Хужәхмәтова Зөлфиә һәм Туҡтағолова Нәбирә инәйҙең (82 йәш) ҡул эштәре “Оҫталыҡ һәм йолаларҙы һаҡлау ” номинацияһында диплом һәм 3000 – әр мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булдылар. Уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ошо байрамда ҡатнашыу өсөн, беҙҙе үҙҙәренең бәйләгән: шәлдәре, нәски- бейәләйҙәре, кардигандар, кәсинкәләре, бирсәткә- биреткалары менән тәьмин иткән ауыл биләмәһенең Яңыбай, Ярғайыш, Ҡужанаҡ, Баш Бармаҡ ауылдарының оҫта ҡуллы шәлселәренә, уңған ҡатын – ҡыҙҙарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын. Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!