Быйыл Башҡортостандың бөйөк яҙыусыһы Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулды. Ошо уңайҙан Иҫәнғол балалар китапханаһы ойошторған “Минең Мостай Кәримем” исемле видеоконкурста Ҡәҙербәкова Наҙлыгөл шиғыр һөйләүҙә ҡатнашып 1-се урын яуланы. Ҡотлайбыҙ!! Уға артабан да уҡыуында уңыштар, ижади үрҙәр теләйек.
Ә 1-се урынға сығыуҙа ярҙам итеп “интернет тауыш” биреүсе барлыҡ туғандарға, яҡындарға, дуҫтарға, уҡытыусыларына, ауылдаштарға, һәм башҡа ситтә ҡалмаған һәмәһенә – һәммәһенә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Артабан да шулай берҙәм булып, һәр кемебеҙгә ваҡытында ярҙам итеп, руссалап әйткәндә – бер- беребеҙҙе “поддержать” итеп йәшәйек дуҫтар!!!