Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда республикабыҙҙа МХО ветерандары ассоциацияһы булдырылыуы, 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителеүе тураһында әйтте

МХО-лағы хәрби хәрәкәттә киң илебеҙҙең барлыҡ тарафтарынан, бөгөнгө Рәсәйҙең генә түгел, элекке СССР-ҙың төрлө милләт вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре иңгә-иң ҡуйып алыша.

Махсус хәрби операцияға тиклем беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ үҙ тормошо менән йәшәне: эшләп йөрөнө, балалар үҫтерҙе, дуҫтары менән аралашты… Ә инде Тыуған илгә беҙҙең ярҙам кәрәк булғас, ике уйлап тормай, саҡырыуҙы ҡабул иттек. Ватан һағына, уның бөтөнлөгөн яҡлап бер нисә быуын рәсәйҙәр баҫты. Уларҙың барыһын тик бер маҡсат берләштерә. Ул маҡсат менән бынан күп йылдар элек атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, ҡарт олатайҙарыбыҙ күҙмә-күҙ осрашҡан, ул – нацизм менән көрәш.

24 февраль көнө Сәғит башланғыс мәктәбендә “Ир-егеттәр- ил терәге” тип исемләнгән патриотик сәғәт үтте. Был сәғәт  2025 йылдың  Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылының асылыу тантанаһына бағышланды. Сараға ауыл фельдшеры Хәйерниса Ҡотошова саҡырылды. Сара башында китапханасы  МХО –ның нисек  һәм ни өсөн башланыуы тураһында , райондан, биләмәнән, ауылдан нисә кеше ҡатнашыуы,  наградалары тураһында һөйләне. Сараның икенсе өлөшөндә уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр, ә инде өсөнсө өлөшөндә хәрби әҙерлектәрен күрһәттеләр һәм  фельдшер Х.Ҡотошова беренсе ярҙам күрһәтергә оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Был сәғәт һәр кемгә кәрәкле һәм фәһемле булғангдыр тип ышанғы килә.