#ГодзащитниковОтечество
#ГодподдержкиучастниковСВОиихчленовсемей.
#Патриотиксәғәт
#Мывместе
#Беҙбергә
Бөгөн 18 февраль көнө Үтәғол ауылы мәктәбендә патриотик темаға арналған класс сәғәте булып үтте.Үтәғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Азамат Ғүмәр улы Давлетбаков илебеҙҙәге тарихи ваҡиғалар тураһында һөйләне.Китапханасы Ф.Р.Йосопова уҡыусылар алдында Украинала барған махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға арналған «Хәҡиҡәт өсөн! Тыныслыҡ өсөн! Еңеү өсөн!» тип аталған альбом менән таныштырҙы. Яуҙа ҡатнашҡан беҙҙең һалдаттарға нисек ярҙам итеү хаҡында, мобилизация тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелде. Украинала барған махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк булған яҡташтарҙы иҫкә алдыҡ.
Патриотик темаға арналған класс сәғәтен уҡыусылар ихтибар менән тыңланы,үҙҙәре ҡыҙыҡһынған һорауҙарҙы биреп ҡатнашып ултырҙылар.