#БиблиотекиЗианчуры#ЕйәнсураКитапханалары
#ҮтәғолАуылКитапханаһы
#БашҡортостандыңДәүләтфлагыкөнө.
25 февраль -Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө.
БАЙРАҒЫБЫҘ!
Йәм-йәшел иген баҫыуы,
Муйыл, сейә – шау сәскә.
Зәңгәр күк. Ҡурай тажындай
Ҡояш нурҙарын сәсә.
Йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәр –
Нәҡ беҙҙең байраҡ төҫө.
Яҙғы көндәй матур байраҡ –
Яратам шуның өсөн!
Г.Ситдиҡова.Үтәғол,Юнай мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасы,уҡытыусылар С.У.Давлетбакова һәм Ф.С. Кульчурина менән бергәләшеп Башҡортостандың дәүләт флагы көнөнә уҡыусылар менән бик матур сара үткәрҙек. Уҡыусылар әүҙем ҡатнаштылар.