#БиблиотекиЗианчуры
#ЯныбаевскаяСельскаяБиблиотека
#Митинг
#БашБармакАуылы
#ЕңеүЯҙыБеҙҙеңКүңелдәрҙә
#Победа80лет
9 май көнө Баш Бармаҡ ауылында “Еңеү яҙы беҙҙең күңелдәрҙә” исемле Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған митинг ойошторолдо.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәм еңеү менән ҡайтҡан ветерандарға арнап ҡуйылған таҡтаташ алдында Яңыбай, Ҡужанаҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Яңыбай ауыл китапханасыһы, ауылдаштар һәм килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Шулай уҡ был сарала Ейәнсура районы муниципаль район хакимиәте вәкиле, район советы депутаты Мәхийәнов Зәбир Ришат улы һәм ауылдың ағинәйе Кинйәбаева Миңзәлә апай байрам менән ҡотлап үҙҙәренең матур, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Байрамды Мортазин Нурвил Фәтих улының алып барыуы, Ҡәҙербәкова Әлиәнең, Денис Йәнсурин һәм Эльвира Баклыкованың йырлы – моңло сығыштары, Миңзәлә апайҙың батырҙар тураһында мәғлүмәти иҫтәлектәр уҡыуы һәм шиғыр һөйләүе бар халыҡты тулҡынландырҙы. Ә, Хөсәйенов Сәғит Сәлих улы музыкаль яҡтан биҙәп ултырыуы байрамға йәм өҫтәп моңландырҙы.
Бер минут тын ҡалып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарына, шулай уҡ Украина ерлегендә барған махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙарҙы иҫкә алыуҙан һуң таҡтаташҡа венок һәм сәскәләр һалынды. Шунда уҡ барса ҡатнашыусылар обелиск алдында иҫтәлеккә фотоға ла төшлөләр.
Шулай уҡ был сарала Яңыбай ауыл китапханасыһы Баш бармаҡ ауылы халҡына “Батырҙар даны мәңгелек” исемле китап күргәҙмәһе булдырҙы. Бында сарала ҡатнашыусылар патриотик китаптар, тематик папкалар, яҡташ батырҙар иҫтәлегенә эшләнгән альбомдар менән яҡындан танышыу мөмкинселеген алды. Бигерәк тә “Они вернулись с Победой” 6 том, “Память Башкортостан” 10 том китаптары айырыуса ауыл халҡына ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бында улар ҡартай, олатайҙарын, яҡындарын, туғандарын, ауылдаштарының исемлеге менән танышып, уҡып ҡарай алдылар.
Аҙаҡ клуб эсендә Рәүф Бармаков һәм уның тормош иптәше Сания апай етәкселегендә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән әҙерләнгән байрам табынында һалдат бутҡаһынан ауыҙ итеү, тәмле – татлы күстәнәстәр менән сәй эсеү ҙә байрамды тулыландырҙы.
Был көндә барыһы ла: “Бөйөк Еңеүҙең 80-се яҙы һәммәбеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, йорт – еребеҙгә именлек, тыныслыҡ алып килһен ,тыуыр таңдар тыныс булһын”, тигән теләк менән доғалар уҡып таралышты.