#БиблиотекиЗианчуры
#ЯныбаевскаяСельскаяБиблиотека
#Митинг
#КнижнаяВыставка
#БатырҙарДанымәңгелек
#БашБармаҡАуылы
#ЕңеүЯҙыБеҙҙеңКүңелдәрҙә
#Победа80лет
9 май көнө Яңыбай ауылында “Еңеү яҙы беҙҙең күңелдәрҙә” исемле Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған митингта, ауыл китапханасыһы “Батырҙар даны мәңгелек” исемле китап күргәҙмәһе булдырҙы. Бында сарала ҡатнашыусылар патриотик китаптар, тематик папкалар, яҡташ батырҙар, тыл ветерандарары иҫтәлегенә эшләнгән альбомдар менән яҡындан танышыу мөмкинселеген алды. Бигерәк тә “Они вернулись с Победой” 6 том, “Память Башкортостан” 10 том китаптары айырыуса ауыл халҡына ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бында улар ҡартай, олатайҙарын, яҡындарын, туғандарын, ауылдаштарының исемлеге менән танышып, уҡып ҡарай алдылар. Яҡындарының фотоһүрәттәрен ҡарап иҫкә алдылар.