#БиблиотекиЗианчуры
#ЯныбаевскаяСельскаяБиблиотека
#КнижнаяВыставка#КитапКүргәҙмәһе
#ҒаиләмҠәлғәм
#15маяМеждународныйДеньСемьи
#15майХалыҡАраҒаиләКөнө
#Ҡоролтай#Курултай
#БашҡортҒаиләһе#БашкирскиеСемьи
#БашҡортҒаиләһеНиндәйбулырғаТейеш
Китапханала 15 май халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған “Ғаиләм – ҡәлғәм” исемле китап күргәҙмәһе булдырылды.
Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаилә иң төп ҡиммәттәрҙең береһе һаналған. Тормоштоң ниндәй генә хәлдәрендә лә яҡындарыбыҙға һыйынабыҙ, уларҙан яҡлау, аңлау, аяу, йылы һүҙҙәр көтәбеҙ.
Ошо уңайҙан ҡәҙерле китап уҡыусыларыбыҙ, Яңыбай ауыл китапханаһы “Ғаиләм – ҡәлғәм” исемле китап күргәҙмәһе булдырҙы һәм һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Күргәҙмә дүрт өлөштән тора. Беренсе бүлек “Өлгөлө ғаиләләр”ҙә һеҙ ауылыбыҙҙың йәш өлгөлө башҡорт ғаиләләренең исемлеге, фотоһүрәттәре менән танышы алаһығыҙ.
Икенсеһе “Тәрбиә ғаиәләнән башлана” бүлегендә: төрлө ҡул эштәренә, йорт ремонлау, һаулыҡ һаҡлау, аш -һыу әҙерләү серҙәрен өйрәнеүгә арналған китаптар менән таныша алаһығыҙ.
Өсөнсөһө “Ғаилә ҡиммәттәре” бүлегенән тора. Бындағы китаптар, ғаиләнең йәмғиәттәге роле, ғаилә ҡанундары, ғаилә байрамдары, айырыуса бала күңеле, өлкәндәрҙең бала менән мөғәләмәһе, бала һәм ата-әсә араһында һаҡланырға тейешле йылылыҡ һәм бер-береңә ихтирам, тәрбиә һәм әхлаҡ нормалары тураһында, йәш ғаиләгә нәсихәттәр, кәңәштәр бирелә.
Ә, дүртенсе өлөшө булып “Ғаилә менән уҡыйбыҙ” исемле бүлек тора. Бында танылған яҙыусыларҙың әҫәрҙәре аша ҡыҙыҡлы яҙмыштар, ҡыҙғаныслы хәл-ваҡиғалар, ҡабатланмаҫ образдар, характерҙар асыла. Халыҡ ижадына кергән әкиәттәр, балалар өсөн яҙылған китаптарын да алып ғаилә менән бергә уҡый алыу мөмкинселеге бар. Халыҡсан бай тел менән яҙылған һәр китап уҡымлы, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.
Китап — ул хазина. Ошо хазинаны һаҡлайыҡ, уның менән дуҫ булайыҡ. Ғаилә менән китап уҡыу йолаларын ғаилә тәрбиәһе итеп алайыҡ!
Рәхим итегеҙ!! Алығыҙ! Уҡығыҙ!