26 май көнө Яңыбай ауыл биләмәһенең ауыл советы нда “Кәңәшле эш тарҡалмаҫ” исемле девизы аҫтында, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре, депутаттары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасыһы, ауылдың активтары өсөн йыйылыш ойошторолдо. Көн тәртибендә район һабантуйы 2025 байрамын үткәрергә эш пландары ҡаралды. Шулай уҡ был йыйылышта, район үҙегенән килгән хужалар: Мөхәмәтов Марат Рафиҡ улы, биләмәнең кураторы Ханнанов Йәдкәр Зөфәр улы ҡатнашты. Улар үҙ сиратында һабантуй үткәреүҙә ярҙам итергә теләк белдерҙе.