24 май Яңыбай дөйөм белем биреү мәктәбендә оло байрам, оло ваҡиға үтте!
Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәбебеҙ үҙенең 7 ҡарлуғастарын – 11 – се класс уҡыусыларын ҙур тормош юлы киңлектәренә осорҙо.
Шулай уҡ был сарала Ейәнсура районы муниципаль район хакимиәте вәкиле, район советы депутаты Мәхийәнов Зәбир Ришат улы һәм балаларҙың тәүге уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар, барыһы ла матур, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Был көндә балаларҙың тантаналы сығыштарынан беҙ: ата -әсәләр, уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар берсә моңланып, берсә ғорурланып, берсә ҡыуанып, хатта илап та ҡарап ултырҙыҡ. Байрамда шулай уҡ 9 класс уҡыусылары, башланғыс класты тамамлаусы балаларҙың сығыштары байрамға йәм генә өҫтәне. Бәлки улар араһындағы уҡыусылар өсөн ҡыңғырауҙың һуңғыһы булғандыр…
Тантана шул тиклем тулҡынландырғыс, уҡыусылар өсөн башҡа ҡабатланмаҫ көн ине. “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы барыбыҙҙың күңелдәрендә оҙаҡ ваҡыт йылы иҫтәлектәр менән хәтерҙә ҡалыр тип ышанабыҙ.
11 йыл йыл буйына аң-белем биреүсе уҡытыусыларының һәммәһенә лә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Ә, 11 класс уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы билдәләргә генә уңышлы тапшырырға, үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инергә, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә уҡыусылар.