Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында
Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.
Хуш еҫтәре менән йән шатлана,
Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.
Нәфис төҫтәренә, буйҙарына
Хайран ҡалып, ҡыҙығып ҡараным.
(Мәжит Ғафури)
Сәскәләр тормош биҙәге.
Бик боронғо замандарҙан алып бүлмә гөлдәре беҙҙең тормошобоҙҙа ҙур урын алып тора.Уңған хужабикәләр хәҙер бүлмә гөлдәренең ниндәй генә төрөн үҫтермәй. Матур гөлдәр менән биҙәлгән бүлмәнән дә йәмлерәк нимә булыуы мөмкин!? Бер ниндәй йорт йыһаздары ла, бүлмә гөлдәре кеүек тирә-яғыбыҙға йәм бирә алмай. Улар беҙҙе шатландыралар, үҙ-үҙебеҙгә ышаныс арттыралар. Йылдың һәр миҙгеле: йәмле яҙҙа ла, йылы, күңелле йәйҙә лә, алтын көҙҙә лә үҙҙәренең иҫкиткес төҫтәре менән иркәләүҙән, наҙлауҙан туҡтамайҙар. Ап-аҡ ҡарлы һалҡын ҡышта, сәскәләргә ҡарап, йәнгә йылы хистәр тулышып, күңел нескәрә, тормош мәшәҡәттәре лә юҡҡа сыҡҡандай була.
Яңыбай ауыл китапханаһында “Сәскәләр тормош биҙәге” исемле экскурсия. Китапханала бүлмә гөлдәре бик күп. Бында килеүсе дуҫтарға гөлдәр матурлыҡ өләшеп, уларҙың иғтибарын үҙҙәренә алмай ҡалмайҙар.
Гөл дә бала кеүек. Һәр гөлгә үҙ ваҡытында айырым иғтибар талап ителә. Китапханасы уларға ваҡытында һыу һибеп, төптәрен йомшартып, кипкән япраҡтарын сүпләп алып, кәрәк саҡта һауыттарын алыштырып, урсетеп, күсереп, кәрәкле витаминдар, матдәләр менән туҡландырып бағып тора. Был талаптар бер көнлөк кенә эш түгел, ә йыл әйләнәһенә башҡарыла торған талаптар булып тора.
Мин китапханасы булараҡ гөлдәремдең һәр береһен яратам. Үҙемдең йылы мөнәсәбәтемде аңлатып: улар менән аралашам, серләшәм, һөйләшәм. Был ҡарашамды тойоп , улар миңә сәскә аталар тип ҡабул итәм… Сәскә атмай торғандары ла бар. Уларын да бик яратам.
Гөлдәр матурлыҡ өләшеп кенә ҡалмай, ә файҙалы яҡтары ла бихисап…
Беренсенән, үҫемлектәр бүлмәне кислород менән байыта.Насар елләтелә торған бүлмәләрҙә (мәҫәлән, офистарҙа, китапханаларҙа) таҙа һауа сығанағы булып торалар.
Икенсенән, ҡайһы бер гөлдәр көнкүреш йыһаздары бүлеп сығарған электромагнит тулҡындарын йота.Шулай уҡ бүлмә гөлдәре атмосфераны артыҡ туҙандан, токсиндарҙан һәм ауыр металдарҙан таҙартырға һәләтле.
Өсөнсөнән, күпселек гөлдәр киҫелгән, янған, ялҡынһынған урындарҙы дауаларға ярҙам итә, косметика составында да ҡулланыла.
Шулай ҙа өйҙә муллыҡ булһын өсөн, төбөнә тинлектәр һалып, аҡса гөлөн үҫтереүселәр йә япрағы ике төҫлө булһа, өйҙә тоторға ярамай, тип ташлаусылар ҙа осрай. Бындай ырымдар ысынмы икән? Ҡайһы гөлгә ҡарата ниндәй ышаныуҙар йөрөй?
• Яран гөлө – тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, себендәрҙе “һыйҙырмай”, яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.
• Толстянка (аҡса гөлө) – муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән – тинлек аҡсаға, эре булһа – ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән – тиҙ арала байырһығыҙ.
• Алоэ – бәхетһеҙ осраҡтан һаҡлай.
• Миләүшә (фиалка) – төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалай. Уны “тәрбиәсе гөл” тип тә йөрөтәләр, сөнки балаларҙы ярата.
• Сырмауыҡ, үрмәле гөл (плющ) – өйҙә ирҙәр булғанын яратмай, парҙар айырылыша, еткән егеттәр йорттан күсеп китә.
• Кактустарҙы телевизор, компьютер янына ултыртып ҡуйыу кәңәш ителә. Сөнки ул электромагнит нурҙарынан һаҡлай. Энәләре ни хәтлем оҙон булһа, шул тиклем күберәк нурҙарҙы эләктерә, тигән ышаныс йәшәй. Кактусты тәҙрә төбөнә урынлаштырһағыҙ, йортоғоҙҙо бурҙарҙан ҡурсалар, тип тә әйтәләр.
• Фикус гөлө – бәхеткә. Уның тылсымлы көсө барлығына ышаналар. Ул кире эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай. Фикусты аш-һыу бүлмәһенә урынлаштырһаң, аҙыҡтың муллығына, йоҡо бүлмәһендә тотоу – тыныслыҡҡа, тиҙәр.
Эш урынында йыйылған кире йыйылған энергияны таҙарта.