Һыу – йәшәү сығанағы. Ә шишмә борон-борондан халҡыбыҙҙың эсер һыуы булып тора. Һыу менән бөтә тереклек туҡлана.
Шишмәләрҙе төҙөкләндереү, һаҡлау, уны тәрбиәләп тороу беҙҙең барыбыҙҙың да бурыс.

Районыбыҙҙа һәр йылдағыса “Йәшә шишмә” акцияһы сиктәрендә, “Шишмәләрҙе төҙөкләндереү” конкурсы иғлан ителде. Был конкурс барлыҡҡа килгәндән алып Яңыбай ауылында ғына 4 шишмә тергеҙелде. Ауыл биләмәһендә иһә 10 – дан да артыҡ шишмә тергеҙелде. Быйыл да Яңыбай ауыл биләмәһе башлығы Фәһим Булатовичтың инициативаһы буйынса Яңыбай ауылындағы Һартай буйында “Столбалы үҙәк” шишмәһен ипкә килтереү һайланды. Башта, был эште атҡарыу өсөн бер төркөм ир -егеттәр урмандан материал алып ҡайттылар, Самат ағайҙың пилорамыһында ул ағастарҙан кәрәкле материал эшкәрттеләр. Үткән көндәрҙә ауылдың ир-егеттәре кәрәкле эш ҡоралдары алып, шишмә кәртәләргә өмәгә барһалар, ә ҡатын-ҡыҙҙары уларҙы буяп, аҡлап та ҡуйҙылар.
Күмәк көс менән был изге эште атҡарып сыҡтылар ҙа. Афарин ауылдаштар.